Герб Уфимского райна

Администрация сельского поселения


Мурапталовский сельсовет


муниципального района Куюргазинский район


Республики Башкортостан

Бөгөн Яҡут ауылында бик мөһим йыйылыш булып үтте

Бөгөн Яҡут ауылында бик мөһим йыйылыш булып үтте. Күптән ҡатнашыу теләге булһала төрлө сәбәптәр менән ҡала килгән теләк ни һәйәт тормошҡа ашасаҡ. Быйылғы йыл Республика иғлан иткән “Айыҡ ауыл-2020”конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙек. Йыйылышта Хәкимиәт башлығы Аскар Исан улы Кинжалеев, ауылыбыҙ аҡһаҡалы Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисов, Ағинәйҙәр ойошмаһы, ауыл учреждения етәкселәре ҡатнашты.
Йыйылышта «Айыҡ ауыл» проекты буйынса һорауҙар күтәрелде, үткәреләсәк сараларға пландар ҡабул ителде. Бындай конкурстар айыҡ йәшәү образын пропагандалауға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә киләсәк быуынға тәрбиә, сәләмәт тормошто пропагандалауза булыпта тора. Хәерле сәғәттә изге ниәттә башлаған эштәребеҙ уң булһын, минеңсә ошондай саралар ауыл халҡын берләштерә лә, дәртләндерә лә.
Ҡәҙерле ауылдаштар беҙҙең бурысыбыҙ — яҡшы башланғысҡа ярҙам итеү, һәм әүҙем булыу. Бар утәсәк сараларҙа ҡатнашыуығыҙҙы, үтәсәк өмәләрҙә, ауылыбыҙҙы йәмләүҙә ярзам итеүегеҙҙе һорайбыҙ! Конкурста ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәрҙә бар, ауылыбызға Республика этабына үтеүен һәм еңеп сығыуын теләйем!!!

наверх